Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирустан вафат булғандар һаны тураһында хәбәр ителмәй, рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, әлеге ваҡытта улар – 18 кеше. Был һан һуңғы бер нисә аҙна дауамында үҙгәрмәй.
Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш штабы мәғлүмәтенә ярашлы, төбәктә 3 144 кеше һауыҡҡан, 40-ы — һуңғы тәүлектә. 2 288 кеше дауалана.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә 6 760 сирле асыҡланған, 147 үлем осрағы теркәлгән. Илдә йәмғеһе 661 165 кеше коронавирус йоҡторған. Бөтә осорҙа 9 683 кеше коронавирустан вафат булған.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы