“Медик-ирекмәндәр” Бөтә Рәсәй хәрәкәте мәғлүмәттәре буйынса, 19 йәшлек медицина колледжы студенты Светлана Анурьева (Ульяновск өлкәһенең Карсун ауылынан) “Беҙ бергә” проектының иң әүҙем ирекмәндәренең береһе булған. Ҡыҙ яңғыҙ йәшәгән әбей-бабайҙарға аҙыҡ-түлек ташыған. Бер ай эсендә үҙ аллы 30 заявканы үтәгән. Май башында ҡыҙ үҙен насар тоя, уны дауаханаға һалалар. Табиптар унда операция яһап булмаған дүртенсе дәрәжәләге яман шеш сирен таба. 12 майҙа ҡыҙҙы дауахананан сығаралар. Светлана ирекмән эшен дауам итә. 22 майҙа ул яңынан дауаханаға эләгә, ә 31 майҙа мәңгегә күҙен йома.