Һуңғы тәүлектә республикала коронавирустан вафат булғандар тураһында хәбәр ителмәй, рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, әле улар – 18 кеше. Был һан һуңғы бер нисә аҙна дауамында үҙгәрмәй.
Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса штаб мәғлүмәтенә ярашлы, хәҙерге ваҡытта сирлеләр 2 348 кеше тәшкил итә, һауығып сыҡҡандар — 2 995.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә 6 693 яңы коронавирус осрағы раҫланған. Бөтәһе 647 849 сирле асыҡланған. Бөтә осорҙа илдә 9 320 кеше коронавирустан вафат булған, 154-е — һуңғы тәүлектә.
Һуңғы тәүлектә илдә 9 220 кеше дауахананан сығарылған. Илдә һауыҡҡан пациенттар һаны 412 650-гә еткән.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы