«Миңә бөтәһе лә тиерлек «Битлек кейергәме?» тигән һорау бирә. Битлек режимын бөтөрмәйбеҙ. Халыҡтың күпселеге битлек кеймәйенсә йөрөй, беҙ кешеләрҙе мәжбүр итә һәм штраф һала алмайбыҙ. Был йәмғиәттә агрессив реакция тыуҙырыуы мөмкин. Ләкин барыбер был норма йәмғиәтебеҙҙең ниндәйҙер күрһәтмәһе, ниндәйҙер талабы булараҡ ҡалһын әйҙә», — тине Радий Хәбиров.
Йәмәғәт транспортында, дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙа, күп функциялы үҙәктә, магазинда, ябыҡ бинала битлек кейеү мотлаҡ, тип билдәләне ул.