Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 11:23

Рәсәй Президентының граждандарға мөрәжәғәте

Шишәмбе, 23 июндә, Владимир Путин граждандарға мөрәжәғәт менән сыҡты. Төп иғтибарҙы ул коронавирус менән көрәшкә, ил иҡтисадына һәм киләсәккә перспективаларға йүнәлтте.

Владимир Путин рәсәйлеләргә мөрәжәғәтендә граждандарға ярҙам сараларын билдәләне.
Президент табиптарға рәхмәт белдерҙе һәм медицина, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә түләүҙәрҙең 15 сентябргә тиклем оҙайтылыуы тураһында хәбәр итте.
Июлдә 16 йәшкә тиклемге балаһы булған һәр ғаилә йәнә 10-ар мең һум аҡсалата ярҙам аласаҡ. Июндә бындай түләүҙе алғандарға уны йәнә юллап торорға кәрәкмәй: аҡса алдан алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә кү-сереләсәк. Эшһеҙ ҡалғандарға һәм балалы ғаиләләргә юғары түләүҙәр июль-августа ла һаҡланып ҡаласаҡ. Путин 2021 йылға ҡәҙәр хеҙмәт баҙарын тулыһынса тергеҙеү өсөн саралар күрергә бойорҙо.
Ипотека буйынса льготалар
Рәсәй Президенты элеккесә өс миллион һумға тиклем түгел, ә алты миллион һумға тиклем хаҡҡа барып баҫҡан яңы торлаҡ алыуға 6,5% ставка буйынса льготалы ипотека бирергә тәҡдим итте.
Килемгә һалымда үҙгәрештәр
Президент килемдәре йылына 5 миллион һумдан артҡан рәсәйлеләр өсөн килемгә һалым ставкаһын арттырырға тәҡдим ите: уларҙан 13 процент урынына 15 процент тотоласаҡ. Был яңылыҡ килемдең 5 миллиондан артып киткән өлөшөнә генә ҡағыла. Ошондай юл менән алынған аҡса сирле балаларҙы дауалауға тотоноласаҡ.
Үҙмәшғүлдәр
Үҙмәшғүл граждандар өсөн индерелгән ярҙам саралары 1 июлдән Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренә ҡағыласаҡ.
Хәҙер үҙмәшғүл статусын 18 йәштән түгел, ә 16-нан алып буласаҡ. Йәш эшҡыуарҙар бер минималь хеҙмәт хаҡы күләмендә (12130 һум) һалым капиталы аласаҡ.
IT-компаниялар өсөн иғәнәләрҙе һәм һалымды кәметеү
Президент бындай компаниялар өсөн страховка иғәнәләрен 14 проценттан 7,6 процентҡа тиклем кәметергә, ә килемгә һалымды – 20 проценттан 3 процентҡа тиклем ҡалдырыға.
Бизнесҡа һәм төбәктәргә ярҙам
Коронавирус пандемияһы ваҡытында зыян күргән тармаҡтар өсөн 2% менән льготлы кредит биреү өсөн тағы ла 100 миллиард һум аҡса ебәреләсәк. Өҫтәмә 100 миллиард һум федерация субъекттарына коронавирус менән көрәшкә киткән сығымдарҙы ҡаплау өсөн йүнәлтеләсәк. Бынан алда был маҡсатта 200 миллиард һум бүленгәйне. Тағы ла 100 миллиард һум юлдарҙы яңыртыуға тотоноласаҡ.
Вакцина
Путин коронавирус инфекцияһы таралыуы кәмей башлауы тураһында хәбәр итте, әммә вакцина сығара башлағансы иғтибарлы булырға һәм санитар талаптарҙы үтәргә кәрәк. Ә булдырылған вакцинаның һөҙөмтәлелеге һәм ышаныслы булыуы 100% тәшкил итергә тейеш.
Рәсәйлеләргә мөрәжәғәтендә Путин 1 июлдә илебеҙҙә үтәсәк Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнашыуҙың мөһимлеген билдәләне. Илебеҙҙең төп законына үҙгәрештәр рәсәйлеләрҙең күпселеге тауыш биргән осраҡта ғына ҡабул ителәсәк.