Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 11:45

ГТО нормаларын тапшырыу өсөн тренажерҙар менән яңы спорт майҙансы

Башҡортостанда бындай спорт майҙансыҡтары “Демография” милли проекты ярҙамында төҙөлә.

ГТО нормаларын тапшырыу өсөн тренажерҙар менән яңы спорт майҙансыҡ Малаяҙ ауылы паркында урынлашҡан. Унда турниктар, урам тренажеры, швед стенаһы, пресс өсөн таҡта, гимнастика эскәмйәһе, туп өсөн сәп һәм башҡа ҡоролмалар бар. Спорт йыһаздарын бөтөн көйө һаҡлау өсөн видеокүҙәтеү ҡуйылған.