Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 20:00

Башҡортостанда COVID-19 арҡаһында балалар шифаханаһына беренсе заезд вахта ысулы менән ойошторолдо

Өфө районында 4 июлдән 13-өнә тиклем балалар өсөн «Аҡбуҙат» шифаханаһына беренсе заезд ойошторолдо. 6-15 йәшлек балалар ун көн шифаханала һаулығын нығыта.

«Вожатыйҙар балалар өсөн төрлө уйын программаһы әҙерләгән. Шифаханала медицина хеҙмәте, шул иҫәптән неврологтар, педиатрҙар, психологтар, логопедтар, массажистар эшләй. Ҡыҙыҡлы аралашыуҙан тыш, балалар дауалана ла – массажға, электр менән дауалауға, дауалаусы физкультураға йөрөй, ҡымыҙ менән һыйлана», — тип һөйләне республика психоневрология шифаханаһы хеҙмәткәре Айгөл Мәмбәтова.
Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы мәғлүмәте буйынса, был ялдың үҙенсәлеге — вахта ысулы. Табиптар, шәфҡәт туташтары, вожатыйҙар һәм барлыҡ персонал, балалар кеүек үк, заезд буйына лагерҙа ҡала.
«Бындай һаҡлыҡ саралары Роспотребнадзор талаптарына бәйле. Шифахана-курорт картаһы менән бергә, лагерға тиклем ике көн алдан коронавирусҡа анализ һөҙөмтәһен күрһәтергә кәрәк. Йәйге кампания барышында республика профсоюз комитеты Башҡортостандың балалар шифаханаларына һәм лагерҙарына 460-тан ашыу юллама алды», — тип хәбәр иттеләр табиптар профсоюзы комитетынан.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика комитеты
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы