Төрлө милек формаһындағы барлыҡ хужалыҡтарҙа 13220 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 5434 һыйыр иҫәпләнә (был уҙған йылдың ошо осорона ҡарағанда 1,71 процентҡа күберәк), сусҡалар – 1721 (+0,29%), йылҡы – 849 (-0,59%), һарыҡ-кәзәләр – 10727 (-8,2%), бал ҡорттары күстәре – 2598 дана (-28,2%).
Һауып алынған тулайым һөт 80137 ц (+2,5%) тәшкил итте, бер һыйырҙан һауым – 1469 ц (-0,04%). 35687 ц (+0,75%) һөт һатылған.
12218 ц (+14,91%) ит, шул иҫәптән 9700 ц һыйыр ите, 955 ц сусҡа ите, 871 ц һарыҡ ите, 313 ц йылҡы ите, 379 ц ҡош ите етештерелгән.
842 мең дана (1,46%) йомортҡа, 192 ц (+5,29%) бал, 117 ц (+1,37%) йөн алынған.
Һуйыу өсөн 9868 ц (+4,45%) ит, шул иҫәптән 7609 ц һыйыр ите, 381 ц сусҡа ите, 1128 ц һарыҡ ите, 363 ц йыл-ҡы ите, 6 ц йорт ҡуяны ите етештерелгән.
Һыйыр малдарының артымы 8860 ц (+19,2%), йылҡы – 347 ц (12,7%), сусҡа – 948 ц (+4,9%), ваҡ малдар 792 ц (44,9%) тәшкил итте.
Һыйырҙарҙан 3520 баш үрсем (-15,6%) алынды, сусҡа бәрәстәре – 906 баш (-15,5%), һарыҡ һәм кәзә бәрәстәре – 3972 (-36,5%) һәм 174 баш ҡолон (-18,4%).