Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2020, 12:45

Башҡортостанда коронавируслы сирлеләр һаны — 4,7 меңдән ашыу

18 июнгә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 4 730 коронавирус инфекциялы сирле иҫәпәләнә. Тәүлек эсендә улар 60-ҡа артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.

4 730 ауырыуҙың 2 182-һе һауыҡҡан, уларҙың 112-һе — һуңғы тәүлектә.
Уҙған тәүлектә республикала коронавирустан вафат булғандар һаны үҙгәрмәгән һәм 18 кеше тәшкил итә.
Рәсәй төбәктәрендә һуңғы тәүлектә бөтәһе 7 790 коронавирус осрағы раҫланған. 182 үлем теркәлгән. Тәүлек эсендә илдә 9 621 кеше һауыҡҡан.
Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә бөгөн 561 091 коронавируслы сирле иҫәпләнә. Уларҙың 313 963-ө һауыҡҡан, 7 660 кеше вафат булған.
Әлеге ваҡытта илдә коронавирусҡа 15,9 миллиондан ашыу тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә генә төбәктәрҙә 312 меңгә яҡын тест эшләнгән.
Рәсәйҙә коронавирусҡа шик менән 310 мең самаһы кеше табиптар күҙәтеүендә.
Фото: Олег Яровиков
Галина Бахшиева