Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2020, 13:00

Тәүге алты егет хеҙмәткә алынды

Үткән йәкшәмбе Мәсетле районынан тәүге алты егет Рәсәйҙең Ҡораллы көстәр сафына алынды.

Рәсәй Федерацияһы Президентының 30 мартындағы ҡарарына ярашлы, быйыл яҙғы призыв 1 апрелдә башланды һәм 15 июлгә тиклем дауам итәсәк. Призыв кампанияһы яңы коронавирус COVID-19 пандемияһы шарттарында үтә. Ул уның барышына үҙгәрештәр индерҙе лә инде: егеттәрҙе армияға ебәреү 12 май урынына, 4 июндә генә башланды.
Ҡораллы көстәр рәтен Мәсетле районынан бөтәһе 44 егет тулыландырасаҡ. Апрелдә улар медицина комиссияһы үтте, китер алдынан дүрт көн ҡалғас һәр береһе коронавирусҡа анализ бирҙе.
Пандемия шарттарында призыв комиссияһында юғары хәүефһеҙлек саралары күрелә. Һалдатҡа алыныусылар-ҙың күпләп йыйылыуын булдырмаҫ өсөн, хәрби комиссариаттарға килеү өсөн махсус график төҙөлгән.
Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондары хәрби комиссариаты мәғлүмәттәре буйынса, хәрби часҡа яңы килеүселәр өсөн карантин саралары комплексы планлаштырылған. Улар кәмендә 14 көндө үҙ эсенә аласаҡ. Ошо ваҡытҡа шәхси состав айырым казармаларға урынлаштырыласаҡ, ашатыу һәм уҡытыу хәрби часта хеҙмәт итеүселәрҙән айырым ойоштороласаҡ. Яңы килгәндәрҙең һаулыҡ торошо даими күҙәтеләсәк, тән температураһы тәүлегенә кәмендә өс тапҡыр үлсәнәсәк. Респиратор вирус инфекцияһы сирҙәре билдәһе булғандар шунда уҡ изоляцияға оҙатыласаҡ, коронавирус инфекцияһына тест үтәсәк һәм бөтә кәрәкле медицина ярҙамын аласаҡ.
2020 йылғы яҙғы призывта Башҡортостандан армия хеҙмәтенә биш меңдән ашыу егет китәсәк.