Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2020, 11:42

13 ҡалала Еңеү парады үтмәйәсәк

Ил башлығы Владимир Путин белдереүенсә, 24 июнгә планлаштырылған Еңеү парады Рәсәйҙең 13 ҡалаһында ойошторолмай.

Был төбәктәрҙә коронавирус пандемияһы арҡаһында санитар-эпидемиологик хәл һаман да киҫкенләшә.
Шулай итеп Псков, Вологда, Ярославль, Орел, Курск, Белгород, Пермь, Пенза, Саранск, Силәбе, Түбәнге Тагил, Петропавловск-Камчатка һәм Якутск ҡалаларында парад булмаясаҡ.
24 июндә Еңеү парады туғыҙ герой – ҡалаларҙа, шулай уҡ хәрби штабта урынлашҡан төбәктәрҙә, флотты, хәрби хеҙмәтте берләштергән 19 ҡалала үтергә тейеш ине. Коронавирус киҙеүе ныҡлап таралған ҡалаларҙа был сараны уҙғарыуҙы, бөгөнгө көн хәленә ҡарап, төбәк башлыҡтары билдәләй.
Фото: кремлин.ру