Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2020, 12:07

Халыҡ тураһында мәғлүмәт йыйыла

Президент Владимир Путин Рәсәйҙә йәшәүсе барлыҡ халыҡ тураһында мәғлүмәт тупланған берҙәм регистр булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Регистр исемлегенә Рәсәй халҡы ғынә түгел, илебеҙҙә эшләп йөрөгән сит ил граждандары ла индереләсәк. Кешенең исем-шәрифе, тыуған йылы, гражданлығы, һалым һәм хәрби органдарҙа иҫәптә тороуы, медицина, социаль һәм пенсия страховкалау системаһында теркәлеүе хаҡында һәм башҡа мәғлүмәттәр индереләсәк.
Мәғлүмәт базаһына дәүләт һәм муниципаль ойошмалар ағзалары, һайлау комиссиялары, нотариустар һәм граждандар үҙҙәре инеп мәғлүмәт ҡалдыра ала. Был проект 2023 йылда тормошҡа ашырыласаҡ тип фаразлана. Берҙәм мәғлүмәт регистрын булдырыу - дәүләт хеҙмәттәре тураһында мәғлүмәт табыуҙы еңелләштермәксе.