Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 11:28

Владимир Путин 29 июндән Берҙәм дәүләт имтиханын башларға тәҡдим итте

Берҙәм дәүләт имтиханын юғары уҡыу йортона инергә йыйынған сығарылыш уҡыусылары ғына тапшыра, ә аттестаттар бөтә уҡыусыларға ла бирелә, тип иҫкә төшөрҙө президент.

Вуздарға ҡабул итеү августа ойошторола. Июндә Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра алмағандар уны августа юғары уҡыу йорттарында ҡалған урындарға бирә һәм сентябрҙә уҡый башлай ала.
Быйылғы сығарылыш уҡыусыларын хәрби хеҙмәткә алыу кисектерелә.
Фото: кремлин.ру