Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 11:00

Республикала юғары әҙерлек һәм изоляция режимдары ғәмәлдә ҡала

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 12 майҙа республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә «Юғары әҙерлек» режимының ғәмәлдә ҡалыуы, шулай уҡ изоляция режимының тулыһынса бөтөрөлмәүе тураһында хәбәр итте.

«Беҙ юғары әҙерлек режимын ҡалдырабыҙ. Ул барлыҡ дәүләт, муниципаль органдар һәм учреждениелар, ойошмалар, предприятиелар өсөн мотлаҡ. Изоляция режимын тулыһынса бөтөрмәйбеҙ. Беҙҙә изоляцияға ҡағылышлы нормалар һәм ҡағиҙәләр байтаҡ, ә ҡайҙалыр уларҙы көсәйтәбеҙ», — тип белдерҙе республика етәксеһе.
Радий Хәбиров иҡтисадтың әлегә эшләү тыйылған өлкәләрен һанап үтте. Улар – төнгө клубтар, кинотеатрҙар, секциялар, түңәрәктәр, балалар өсөн күңел асыу үҙәктәре, фитнес-үҙәктәр, бассейндар һәм башҡа спорт объекттары, шулай уҡ сауҙа үҙәктәре, мунсалар, сауналар.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы