Мәсетле тормошо
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Апрель 2020, 17:00
Май байрамдарында республика поликлиникалары һәм дауаханалары нисек эшләй?
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан май байрамдарында медицина учреждениеларының эш графигын хәбәр иттеләр.
Амбулатор шарттарҙа медицина ярҙамы күрһәткән медицина ойошмалары түбәндәге режимда эшләй:
— 1, 3, 5 май һәм 10 май — ял көндәре;
— 2, 4 май һәм 9, 11 май — шәмбе графигы буйынса: поликлиникалар һәм поликлиника бүлектәре — иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем, кисектергеһеҙ хеҙмәттең эше — иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 3-кә ҡәҙәр;
— 6, 7, 8 май — эш көнө графигы буйынса.
Стационар шарттарҙа медицина ярҙамы күрһәткән медицина ойошмалары — тәүлек әйләнәһенә, ашығыс медицина ярҙамы бригадалары, травмпункттар һәм дежур хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда эшләй.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
һаулыҡ һаҡлау
http://www.bashinform.ru/bash/1445329/