Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 11:30

Рәсәй конституцияһына үҙгәрештәрҙе өйрәнәбеҙ

Үҙгәрештәргә күпселек битараф түгел.

Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәге даими рәүештә Рәсәй халҡының Конституцияға тәҡдим ителгән үҙгәрештәргә ҡарашы хаҡында мәғлүмәт туплап бара. Алдан уҡ көтөлөүенсә, күпселек Рәсәй Конституцияһында мөһим социаль проблемаларҙы күтәреүҙе хуплай. Мәҫәлән, дәүләт тарафынан медицина хеҙмәтенең сифатын күтәреүҙе тәьмин итеүҙе фекер өйрәнеүҙә ҡатнашыусыларҙың 95 проценты хуплаған. Ә бына Рәсәй дәүләт суверенитетының бөтөнлөгөн һәм тейелгеһеҙлеген тәьмин итеүҙе 88 процент хуплаған.
Ә 9 процент мөһим түгел, тип тапҡан. Шулай уҡ халыҡ-ара кимәлдә Рәсәй дәүләтенең тыныслыҡты һаҡлауға һәм именлекте нығытыуға статусын Конституцияла нығытыуҙы фекер өйрәнеүҙә ҡатнашыусыларҙың 86 проценты хуплай. Дәүләт башлығының һайлауҙа ҡатнашыуына килгәндә...
...фекер белешеүҙә ҡатнашыусыларҙың 60 проценттан артығы өлөшө Президент вазифаһын биләүсегә ҡарата сикләүҙәрҙе алыу өсөн тауыш биргән.