Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 13:00
Башҡортостан өйҙән сыҡмайынса «Еңеү вальсы»н башҡара
Башҡортостан, тотош ил кеүек үк, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын үҙенсәлекле итеп билдәләй. 27 апрелдә республикала иң матур акцияларҙың береһе – «Еңеү вальсы» башланды.
«Һуғыш йылдарында өләсәй-олатайҙарыбыҙ ошо бейеүҙе башҡарған. Быйыл акцияла өйҙән сыҡмайынса, туғандар һәм яҡындар менән бергә ҡатнашырға мөмкин», — тип аңлатты йәштәр һәм спорт министры Руслан Хәбибов.
7 майға тиклем теләгән һәр кем вальс бейегәнен видеоға төшөрөп, уны #ЕңеүВальсыБашҡортостан хештегы менән социаль селтәргә һалырға мөмкин. Эстафетаны икенсе кешегә тапшырырға кәрәк.
«Оҫталарса бейеү мөһим түгел, иң мөһиме – байрам кәйефен һәм мөхитен тыуҙырыу. Вальстың аҙымдары бик ябай. Аҙаҡтан иң шәп видеоларҙы «Май вальсы» йыры менән дөйөм роликка берләштерәбеҙ. Уны телевидениела һәм социаль селтәрҙәрҙә күрһәтәбеҙ», — тип яҙҙы Башҡортостандың Йәштәр һәм спорт министрлығы етәксеһе.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
9 май
,
Еңеү көнө
,
акция
,
Еңеү вальсы
http://www.bashinform.ru/bash/1444393/