Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 12:30

Баҫыу эштәре барышы

Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, 27 апрелгә ҡарата бөтә төр милек формаһындағы ауыл хужалығы предприятиелары тарафынан дым ҡаплатыу буйынса эштәрҙең 44 проценты башҡарылған, был 2947 га тәшкил итә.

“Аҡтау” йәмғиәтендә планлаштырылған эштәрҙең – 75, “Ленинский”ҙа – 48,1, “Попов А. В.” КФХ-һында – 45, “Йондоҙ”ҙа 4 проценты үтәлгән.
Ағыулауҙы “Ленинский” АПК-һында тулыһынса тамамлағандар, “Аҡтау”ҙа 83,3 процентҡа үтәлгән.
Күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу тамамлана: “Аҡтау” йәмғиәте, “По- пов А. В.” КФХ-һы, ШЭ “Бәҙретди- нов В. В.” хеҙмәтсәндәре планлаштырылған эштәрҙең тулы күләмен баш-ҡарған, “Батыр” ЯСЙ-һы – 90%, “Йондоҙ” – 78%, “Ленинский” – 50,7%, “Ҡыҙылбай” – 45%.