Быға тиклем ил башлығы ике тапҡыр сығыш яһаны. Беренсе мәрәжәғәте эш хаҡын түләүҙе элекке кимәлдә ҡалдырып, халыҡты үҙ-үҙеңде изоляциялауға ебәреү, эшһеҙҙәргә, балалы ғаиләләргә пособие түләү, урта һәм кесе бизнесҡа дәүләт ярҙамы булдырыу тураһында булһа, икенсе сығышында карантин осорон 30 апрелгә тиклем оҙайтыу һәм был инфекция менән көрәшеү өсөн төбәктәргә ярҙам итеү тураһында булды.
Сираттағы Мөрәжәғәтнамәлә 11 майҙан һуң үҙ-үҙеңде изоляциялау режимының ваҡыты хәл ителәсәк, киҙеүгә ҡаршы башҡарылған эштәрҙең бөгөнгө көнгә һөҙөмтәһе яһаласаҡ.
“В.В. Путиндың киләһе Мөрәжәғәтнамәһе илдең киләсәге, яңы перспективалар тураһында булырына ышанғы килә”,-тине президенттың пресс-секретаре Дмитрий Песков.