-6 °С
Болотло
«Алла бирһә, был эпидемиялар ҙа үтер, ҡәҙимге тормош башланыр. Ураҙа тотҡанда йәшәүҙең нимә икәнен аңлауға ваҡыт бүлергә, ошо айҙы изгелек ҡылыуға, яңғыҙҙарға, өлкәндәргә, мохтаждарға ярҙам итеүгә бағышларға тейешбеҙ. Мәсеттә йәмәғәт намаҙҙарын, йома намаҙҙарын уҡыу мөмкинлегенән мәхрүм булһаҡ та, хәҙер иҫ киткес киң мәғлүмәт саралары, телевидение, телефондар, интернет бар – быларҙың барыһы ла күңел асыу өсөн генә түгел. Бында бер-берең менән аралашырға, белем менән уртаҡлашырға, тирә-йүндә барған хәл-ваҡиғаларҙы күрергә мөмкин. Рамаҙан байрамын да рәхмәт һүҙҙәре, ошо һәм мәңгелек донъя бәхетенә ышаныс менән ҡаршы алырбыҙ», — тип йомғаҡ яһаны Тәлғәт Тажетдин.