Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 19:00

Республикала COVID-19 йоҡторғандар 455 кешегә еткән

24 апрелгә оператив мәғлүмәт буйынса, Башҡортостанда коронавирус йоҡторғандар 455 кешегә еткән. Стопкоронавирус.рф порталында хәбәр ителгәнсә, уҙған тәүлектә республикала 33 яңы осраҡ асыҡланған.

Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһы раҫланан осраҡтар – 5 849, шул иҫәптән бәйләнештә булған һәм бер ниндәй билдәләрһеҙ 2 697 кеше теркәлгән. Дөйөм алғанда, эпидемия башланғандан алып илдең 85 төбәгендә 68 622 коронавирус инфекцияһы теркәлгән. Уларҙың 5 568-е һауығып сыҡҡан, 615 сирле вафат булған.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы