Башҡортостан Республикаһының урындағы үҙидаралығын үҫтереүгә шаҡтай өлөш индергәндәре һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре Советы” ассоциацияһының почет грамоталары менән бүләкләнделәр: Яңы Мишәр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров һәм Абдулла ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Носратуллин, Мәсетле район Советы депутаты Зөлфиә Әбүбәкирова, Яңы Яуыш ауыл советынан Денис Нәбиуллин һәм Ләмәҙтамаҡ ауыл советынан Әхмәтнур Хафизов.