Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 11:00

Республикала балалар кейеме магазиндарына эшләргә һәм һунар өсөн тауарҙар һатырға рөхсәт иттеләр

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Документта 21 апрелдән республикала балалар кейеме магазиндарының асылыуы мөмкин. Шулай уҡ һунар өсөн тауарҙар һатҡан сауҙа нөктәләре хеҙмәткәрҙәренә эшкә сығырға рөхсәт бирелә.
«Башҡортостан башлығының икенсе указы менән республикала йәшәүселәргә, ғәмәлдәге сикләүҙәрҙе һәм санитар талаптарҙы үтәп, аҙнаһына бер тапҡыр һунарға барыу рөхсәт ителә», — тип аныҡлыҡ индерҙеләр республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Бынан алда уҙған аҙнанан бөҙрәханаларға һәм матурлыҡ салондарына эшләргә рөхсәт итеүҙәре тураһында хәбәр ителгәйне.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы