Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 14:00

Башҡортостанда ирекмән-эҙәрмәндәргә һәм йәнлектәрҙе яҡлаусыларға йөрөү өсөн пропусктар бирелә

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған кешеләрҙе эҙләү, өйһөҙ граждандарҙы, йәнлектәрҙе ашатыу менән шөғөлләнгән волонтёрҙарға йөрөү өсөн пропусктар бирелә.

Кисә Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ултырышында яңы пропуск режимын индереү арҡаһында ҡала буйлап йөрөгәндә етди сикләүҙәргә бәйле проблема тикшерелде.
Йәмәғәтселәр Башҡортостан башлығына ошондай эш менән шөғөлләнгән ирекмәндәргә пропусктар биреүҙе һорап мөрәжәғәт итте.
Радий Хәбиров был мәсьәләне өйрәнергә һәм махсус рөхсәт бирергә ҡушты.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы