Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 20:00

Талпандар уянды

16 апрелгә ҡарата Оло Ыҡтамаҡ район дауаханаһына талпан ҡаҙалыу сәбәпле өс кеше мөрәжәғәт иткән, улар-ҙың икәүһе – бала. Республика буйынса 98 шундай мөрәжәғәт теркәлгән.

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан бүлеге төбәктә талпандар менән бәйле хәл-торошҡа 12 марттан аҙна һайын мониторинг уҙғара башланы. Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә һәм уның филиалдарында талпандарҙы ҡабул итеү һәм уларҙы вируслы талпан энцефалиты һәм боррелиялар (боррелиоз тыуҙырыусылар) менән зарарланыу-зарарланмауға тикшереү уҙғарыу пункттары асылды.