Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 17:00

Республикала COVID-19 йоҡторғандар һаны — 371

Был хаҡта федераль оператив штаб хәбәр итте.

Бер тәүлектә тағы 22 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы раҫланған. Ләкин һауығып сыҡҡандар һаны үҙгәрмәгән – 20. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мабуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 12 пациент дауахананан сығырға әҙерләнә. Элеккесә 14 кеше вафат булған тип иҫәпләнә.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 5 642 кеше яңы коронавирус йоҡторған, 427-һе һауыҡҡан, 51-е үлгән.
Дөйөм алғанда, Рәсәйҙең 85 төбәгендә коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың 52 763 осрағы (+12,0%) теркәлгән, ошо осорҙа илдә 3 873 кеше дауахананан һауығып сыҡҡан.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы