Мәсетле тормошо
+20 °С
Облачно
Новости
21 Апреля 2020, 13:15

Республика ауылдарының береһендә биш аяҡлы быҙау тыуған

Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылы хужалыҡтарының береһендә һыйырҙың биш аяҡлы быҙауы тыуған.

Видео-фактты эшҡыуар Артур Иҙелбаев «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә баҫтырып сығарған.
Малҡайҙың бишенсе аяғы арҡаһынан үҫә.
Интернет-ҡулланыусылар быҙауҙа полимелия – артыҡ аяҡ үҫеүгә килтергән генетик етешһеҙлек тигән фекерҙә. Ҡайһы берәүҙәр бындай күренеште донъя бөтөү билдәһе тип атай.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы