Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 19:00

Рамаҙан айы башлана

24 апрелдә мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы башлана, ул 23 майға тиклем дауам итәсәк.

Был айҙа үҙеңдең дәрт-теләктәреңде ҡәнәғәтләндереүҙән тыйылып тороу, таҙалыҡ тотоу, Ҡөрьән уҡыу, изге эштәр ҡылыу ҡабул ителгән. Бөтә донъя мосолмандары ураҙала Аллаһы Тәғәләгә яҡыныраҡ булырға, үҙ-үҙенән баш тартыуын һәм күндәмлеген күрһәтергә ынтыла. Рамаҙан айындағы тормош ҡәтғи бер ҡағиҙәләрҙе үтәүгә ҡоролған, әммә күп диндарҙар ошо тыйылыу осорон көтөп ала. Маҡсатлы, ысын күңелдән тотолған ураҙа таҙарынырға, үҙеңде Хоҙай-ға яҡыныраҡ итеп тойорға ярҙам итә.