Мәсетле тормошо
+31 °С
Облачно
Новости
18 Апреля 2020, 21:39

Башҡорт теленән диктант

???? 25 апрель сәғәт иртәнге 11:00-ҙә Башҡорт теленән халыҡ-ара онлайн диктантта ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала, йәше, ҡайҙа йәшәүе, ниндәй милләттән булыуы мөһим түгел, диктантты ул үҙ-аллы өйҙә яҙа ала. «Интернет» мәғлүмәт-телекоммуникация селтәре аша яҙған ҡатнашыусыларҙың эштәре https://bashkdictant.ru/ сайтындағы шәхси кабинет аша ҡабул ителә.
Шулай уҡ яҙма эштәрҙең фотоһын, скан вариантын bashkdiktant2020@mail.ru электрон почтаһына, +7 (927) 950-02-66 Whatsapp мессенджер номерына 2020 йылдың 26 апреленә 23:59 сәғәткә тиклем ебәрергә мөмкин.
❗Бөтә мәғлүмәт диктанттың рәсми сайтында: https://bashkdictant.ru/ .
Башҡорт телендә яҙайыҡ!