Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 11:00

ТӨБӘКТӘРГӘ — 200 МИЛЛИАРД ҺУМ ЯРҘАМ

Рәсәй Президенты Владимир Путин көрсөк мәлендә төбәктәргә өҫтәмә ярҙам күрһәтергә тәҡдим итте.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ил төбәктәренә бюджеттың тотороҡлоғон тәьмин итеү өсөн өҫтәмә рәүештә 200 миллиард һум аҡса бирергә тәҡдим итте. Был хаҡта дәүләт башлығы Рәсәй Хөкүмәте ағзалары менән кәңәшмәлә хәбәр итте.
Кәңәшмә барышында ил башлығы етәкселәргә һәм ойошмаларға ҡәтғи көрсөк шарттарында ил иҡтисадын һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк яңы саралар әҙерләргә саҡырҙы. Владимир Путин белдереүенсә, бөгөн төбәк бюджеттарында ҡороновирус таралыуға ҡаршы сараларға бәйле өҫтәмә сығымдар барлыҡҡа килде.
Төбәктәр был аҡсаларҙы ғаиләләргә ярҙам итеү сараларына, бюджет хеҙмәткәрҙәренә пособие һәм хеҙмәт хаҡы түләүгә, социаль мәсьәләләрҙе кисектереүһеҙ хәл итеүгә тотона аласаҡ.
#ВладимирПутин