Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 13:30

Республикала үҙизоляция режимы кәмендә майға тиклем оҙайтылды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала үҙизоляция режимын кәмендә майға тиклем оҙайтты. Ошо хаҡта ул кесаҙна республика хөкүмәтендәге кәңәшмәлә белдерҙе.

«Беҙ бөгөн бер нисә ҡарар ҡабул иттек. Был саралар популяр булмаһа ла, улар бик кәрәк. Муниципалитет башлыҡтары, һеҙ оҙаҡҡа иҫәп тотоғоҙ, халыҡты ла шуға әҙерләгеҙ. Апрель-май бына ошондай режимда эшләйбеҙ».
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республика башлығының тулы үҙизоляция тураһында указы 31 мартта киске сәғәт 8-ҙә ғәмәлгә инде.
Указға ярашлы, «ҡала-ауылдарҙың йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин иткән хеҙмәттәрҙән тыш, бөтәһе лә ошо режим бөтөрөлгәнсе өйҙә ултырырға тейеш».
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы