Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 11:58

Путин Еңеү парадының күсерелеүе тураһында хәбәр итте

Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирустың таралыуына бәйле Ҡыҙыл майҙандағы Еңеү парадының күсерелеүе тураһында хәбәр итте.

"Байрамға тиклем бер айҙан аҙыраҡ ваҡыт ҡалды. 9 Май беҙҙең өсөн изге көн. Шул уҡ ваҡытта кеше ғүмеренең дә хаҡы юҡ. Хәүеф бик ҙур. Был миңә парадҡа әҙерлек башларға рөхсәт итергә хоҡуҡ бирмәй”, – тине Владимир Путин Именлек Советы ағзалары ултырышында.

Владимир Владимирович белдереүенсә, быға тиклем байрамға әҙерлек федераль кимәлдә лә, төбәктәрҙә лә башланғайны. Тик әле Рәсәйҙә коронавирустың юғары нөктәһе үтмәгән, хәүеф бик юғары. “Шуға күрә оборона министрлығына, көс ведомстволары етәкселәренә, һәр кимәлдәге власть органдарына графикты үҙгәртергә, Ҡыҙыл майҙандағы һәм төбәктәрҙәге парадтарға әҙерлекте күсерергә ҡушам”, – тине Владимир Путин.