Мәсетле тормошо
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 13:15

Республиканың 10 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 10 районында яҙғы сәсеү башланды, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Ғәҙәттәгесә, тәүгеләрҙән булып сәсеүгә Урал алды дала һәм көньяҡ урман-дала климат зоналарында төштөләр. Хәҙер Дүртөйлө һәм Илеш райондарында сәсеү кампанияһы әүҙем бара – әлеге ваҡытта бында 2,1 һәм 1,8 мең гектарҙа сәселгән», — тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Дөйөм алғанда, 14 апрелгә Башҡортостанда 5,7 мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү эштәре башҡарылған. Быйыл иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар өсөн бөтәһе 2 миллиондан ашыу гектар бүлеп биреү планлаштырыла.
Республиканың барлыҡ хужалыҡтарында тиерлек ужым культураларын туҡландырыу, күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу һәм дым ҡаплатыу әүҙем дауам итә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, быйыл яҙғы баҫыу эштәренә федераль һәм республика бюджеттарынан 1 миллиард 92 миллион һум йүнәлтеү күҙаллана.
Галина Бахшиева «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы