Мәсетле тормошо
+3 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2020, 14:10
Радий Хәбиров Республика клиник дауаханаһында карантиндың ҡасан тамамланасағы хаҡында һөйләне
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй 1» федераль каналы эфирында Владимир Соловьев программаһында республикала яңы коронавирус инфекцияһы таралыуына бәйле хәлде аңлатты. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 107 осраҡ раҫланған.
«Хәҙер төп хәл Республика клиник дауаханаһында, — тине республика етәксеһе. — Бының ҡайҙан килеп сыҡҡанын, сәбәптәрен тикшереү менән шөғөлләнеү минең эшем түгел. Мине унда карантинда ҡалған 1200 пациентың һәм табиптың хәле борсой».
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Республика клиник дауаханаһы табиптары һәм пациенттары менән бәйләнешкә ингән 3000 самаһы кеше COVID-19 йоҡтороу буйынса хәүеф зонаһына эләккән. Улар менән ведомство-ара бригадалар эшләй.
«Мин киҫкенләштермәҫ инем. Ҙур шау-шыу ҡупты, беҙ, әлбиттә, һәр төрлө ярҙамды ҡабул итәбеҙ, — тип билдәләне Радий Хәбиров. – Республика клиник дауаханаһына килгәндә, экрандан табиптарға рәхмәт әйтергә һәм ундағыларға түҙемлек теләргә. Ошо дауаханалағы бер ханым менән ҡыҙыҡлы һөйләшеү булды. Ул кредит өсөн түләүҙе генә һораны. Ә ир-егеттәр тиҙерәк сығарыуҙы һорай, сөнки уларға ғаиләһен ашатыу өсөн эшләргә кәрәк».
Шулай уҡ Башҡортостан башлығы пациенттарҙың һәм табиптарҙың Республика клиник дауаханаһында кәмендә 20-21 апрелгә тиклем ҡаласағын әйтте.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
Радий Хәбиров
,
Башҡортостан
,
коронавирус
http://www.bashinform.ru/bash/1438513/
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы