Мәсетле тормошо
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 17:10
Республикала 6491 кеше үҙизоляцияла табиптар күҙәтеүендә
13 апрелгә ҡарата, Башҡортостанға коронавирус инфекцияһы хәүефе ҙур булған төбәктәрҙән ҡайтҡандар иҫәбенән 262 кеше ОРВИ билдәләре менән дауаханаға һалынған, уларҙың 11-е – балалар.
Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
«Хәҙер 6491 кеше — беренсел медицина ойошмалары табиптары күҙәтеүендә. Биш кеше — Өфө һәм Өфө районы обсерваторында. Алтмыш кеше 18-се ҡала клиник дауаханаһында дауалана», — тип билдәләне ул.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы һүҙҙәренсә, Башҡортостанда көн һайын барлыҡ киҫкен респиратор инфекцияһы, дауахананан тыш пневмония осраҡтары, ашығыс медицина ярҙамын саҡыртыуҙар һаны тикшерелә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә
, 13 апрелгә Башҡортостанда коронавирус йоҡторғандар һаны — 107 кеше.
Галина Бахшиева
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
коронавирус
http://www.bashinform.ru/bash/1438055/
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла