Мәсетле тормошо
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2020, 13:25

Республикала банктарҙа клиенттар ағымы өстән бер өлөшкә кәмегән

Изоляция режимы осоронда һәм эшләмәгән көндәрҙә Башҡортостан банктарында клиенттар ағымы өстән бер өлөшкә кәмегән. Был хаҡта брифингта Милли банктың республика буйынса бүлексәһе идарасыһы Марат Кашапов хәбәр итте.

Милли банктың республика бүлексәһенең рәсми вәкиле һүҙҙәренсә, Башҡортостанда юғары әҙерлек режимының беренсе аҙнаһында банктар ҡыҫҡартылған эш көнө буйынса дежур офистар режимында эшләне.
Был аҙнала республикала банк офистарының 60% эшләй. Марат Кашапов һүҙҙәренсә, бөтә хеҙмәттәрҙе дистанцион үткәрергә һәм хатта кредит каникулын биреүҙе һорап ғариза ебәрергә мөмкин.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы