Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2020, 15:00

Май башында Башҡортостанда 20 градусҡаса йылыта

Бөтә донъя өйҙә ултырып яңы коронавирус инфекцияһы таралыуына ҡаршы көрәшкән саҡта яҙ үҙ хоҡуҡтарын яулай һәм өфөләргә көтөлмәгән бүләк әҙерләй.

Гисметео порталы мәғлүмәттәре буйынса, май башында уҡ ысын йәй башлана. 5 майға термометр бағанаһы +20 градусҡа тиклем күтәрелә.
Ә 1 майға йәшенле ямғыр көтөлә. Һуңынан ҡояшлы һауа торошо фаразлана. Ләкин, синоптиктар әйтеүенсә, бындай фараздар 10 йыл дауамында уртаса айлыҡ күҙәтеүҙәр буйынса төҙөлгән. Шуға күрә май байрамдары башланыр алдынан фараздарҙың үҙгәреүе ихтимал.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы