Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2020, 18:22

Башҡортостанда коронавирус йоҡторғандар һаны — 40 кеше

Роспотребнадзор идаралығының 10 апрелгә мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда коронавирус инфекцияһының 40 осрағы теркәлгән (бынан алдағы көнгә +18 ), тип хәбәр ителә республика хөкүмәте сайтында.

COVID-19 вирусын йоҡторғандар араһында — Өфөлә, Дүртөйлөлә, Күмертауҙа, Бәләбәйҙә, Белоретта, Бөрөлә, Сибайҙа, Октябрьскийҙа, Әлшәй, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ейәнсура райондарында йәшәүселәр), шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәре (Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһынан 9 кеше).


3647 кеше медицина күҙәтеүендә, уларҙың 99-ында ОРВИ билдәләре бар.


Башҡортостанда 9 апрелгә бөтәһе 13 652 кеше лаборатория тикшереүе үткән.


Алты кеше һауыҡҡан.



Галина Бахшиева


Теги: коронавирус