Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2020, 18:32

"Йәйләүҙә" шиғыр конкурсына рәхим итегеҙ!

Хөрмәтле милләттәштәр, апрель – “Башҡорт теле – әсә теле” айы башланды.

Һеҙҙән #интерактив, #онлайн проекттар идеяларын һорағайныҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, шағирә Лариса Абдуллинаның тәҡдиме менән тәүге конкурсты – “Йәйләүҙә” шиғырҙар бәйгеһен башлайбыҙ!

Дистанцияла үткәреләсәк конкурсҡа әлегә бер ҡайҙа ла баҫылып сыҡмаған яңы әҫәрҙәрегеҙҙе ебәрегеҙ. Бер ҡатнашыусынан – бер шиғыр. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ.

Шиғырҙарҙы Башҡорт телен ҡәҙерләйек! төркөмөнә https://vk.com/public.bashkorttelenketherleyek юллағыҙ.

Бүләккә – китаптар!

Ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, "Башҡортостан" гәзите.