Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2020, 19:00

Республикала “комендант сәғәте” бер сәғәткә оҙайтылды

Йәйге осорҙа балалар өсөн комендант сәғәте бер сәғәткә оҙайтылды. Тейешле закон көсөнә инде, тип хәбәр итә республиканың Дәүләт Йыйылышы матбуғат хеҙмәте.

“Закон 17 йәшкә тиклемге балаларға 1 майҙан 30 сентябргә хәтлемге “комендант сәғәтен” регламентлай, – тип аңлатма бирҙе парламент спикеры Константин Толкачев. – Хәҙер балиғ булмағандарға төнгө сәғәт 12-нән таңғы 6-ға тиклем йәмәғәт урындарында ата-әсәһеҙ йәки уларҙы алмаштырыусы кешеләрҙән башҡа йөрөргә ярамай.
Ҡышҡы осорҙа “комендант сәғәте” үҙгәрешһеҙ ҡала – киске сәғәт 10-дан таңғы 6-ға тиклем.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе һүҙҙәренсә, әлеге сара балиғ булмағандар араһында енәйәтселекте һәм ҡарауһыҙлыҡты профилактикалау-ға йүнәлтелгән.
Башҡортостан үҙ ваҡытында илебеҙҙең балалар өсөн “комендант сәғәте” билдәләүсе тәүге төбәге булды. Норма башта республика ҡануниәтендә һәм шунан һуң ғына федераль кимәлдә барлыҡҡа килде. Был норма ғәмәлгә ингәндән алып республика биләмәһендә балиғ булмағандар енәйәтселеге кәмене. “Хәҙер кәрәге булмау сәбәпле республикала ике балалар колонияһының береһе ябылды, икенсеһен ябыу тураһында мәсьәлә ҡарала”, – тип өҫтәне Константин Толкачев.