Мәсетле тормошо
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2020, 13:00
Республикала Еңеү көнөн байрам итеү планын үҙгәртеүҙәре ихтимал
Башҡортостан хөкүмәтендә 9 майҙа байрам саралары планында үҙгәрештәр ҡарала. Әгәр карантин оҙайтылһа, уларҙы ҡулланырға тура килеүе мөмкин.
Төп тантаналар Өфөлә уҙғарыла:
7 май — Совет майҙанында «Еңеү вальсы» флешмобы («РиоРита – Еңеү шатлығы» Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә);
8 май – сәнғәт оҫталарының байрам концерты;
9 май — Еңеү паркында сәскәләр һалыу тантанаһы, хәрби техника ҡатнашлығындағы хәрби парад, «Үлемһеҙ полк» акцияһы, кесе авиация ҡатнашлығында театрлаштырылған тамаша, асыҡ һауала концерт һәм Өфө амфитеатрында салют.
«Раҫланған график буйынса Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерләнәбеҙ, бер үк ваҡытта запас варианттарҙы ла ҡарайбыҙ. Бөйөк байрам хәсрәткә төшөрөргә тейеш түгел», – тине беренсе вице-премьер Андрей Назаров Башҡортостан хөкүмәте президиумы ултырышында.
Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 30 мең самаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәм уларға тиңләштерелгән кеше йәшәй.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
Еңеү көнө
,
9 май
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла