Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2020, 14:00

Башҡортостанда Ағиҙел һәм Өфө йылғаларында һыу күтәрелә башланы

Башҡортостанда ташҡын башлана: ҙур йылғаларҙа һыу кимәленең бер аҙ күтәрелеүе теркәлгән.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, Ағиҙел йылғаһы Стәрлетамаҡ янында – 1 сантиметрға, Өфө эргәһендә 3 сантиметрға күтәрелгән.
Өфө йылғаһы Шакша биҫтәһе янында 16 сантметрға «артҡан». Бочкаревка ауылы эргәһендә Дим йылғаһы гидропосында һыу әлегә күтәрелмәгән.
Аҙна аҙағына көндәрҙең +7 градусҡаса йылытыуы көтөлә, ташҡындың әүҙемләшеүе мөмкин.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: ташҡын