Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2020, 12:00

Халыҡ иғтибарына!

Мәғлүмәти белдереү

1 марттан электр энергияһы һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн түләүҙәр “ЕИРЦ” ЯСЙ-һының “ЭСКБ” ЯСЙ-һы һәм “Ҡаланы таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡ” МУП-ы менән төҙөлгән килешеүҙәр нигеҙендә 2020 йылдың феврале өсөн Берҙәм түләү документына индереләсәк һәм формалаштырыласаҡ (РФ Хөкүмәтенең 2011 йылдың 6 майындағы 354-се ҡарары менән булдырылған күп фатирлы йорттарҙағы биналар һәм торлаҡ өйҙәр хужалары һәм ҡулланыусыларына коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәләренә ярашлы).
Берҙәм түләү документы Башҡортостан Республикаһының 14 муниципаль районы буйынса (Архангел, Ҡырмыҫ-ҡалы, Балаҡатай, Өфө, Благовар, Благовещен, Дыуан, Иглин, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Шишмә) формалаштырыласаҡ.
Берҙәм түләү документы буйынса хеҙмәттәргә бергә лә, хеҙмәт күрһәтеүселәрҙең һәр береһенә айырым да үҙегеҙ өсөн уңайлы ысул менән: почтала йәки терминалдарҙа комиссияһыҙ түләргә мөмкин. Прибор күрһәткестәрен тапшырыу мөҙҙәте – 25-енә тиклем.
Төбәк операторы эше буйынса, шулай уҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса 8-800-347-80-03 “ҡы-ҙыу линия” телефонына мөрәжәғәт итеүегеҙҙе үтенәбеҙ.
“Ҡыҙыу линия” телефонының эш режимы, байрам һәм ял көндәрен дә индереп– 8.00-дән 19.00-гә тиклем.
Шулай уҡ халыҡтан фото һәм видеомөрәжәғәттәр ҡабул итеү өсөн 8-986-704-40-88 номеры буйынса WhatsApp мобиль сервисы ебәрелгән.
Түләү ҡағыҙҙарындағы суммалар, иҫәп-хисаптар, түләү ҡағыҙҙарын килтереү, йәшәүселәр һанын асыҡлау һәм субсидиялар алыу өсөн белешмәләр биреү мәсьәләләре буйынса Мәсетле районы, Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Сәнәғәт урамы, 12 адресы буйынса “ЕИРЦ РБ” ЯСЙ-һының клиенттар офисына мөрәжәғәт итергә.
Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (3476) 62-64-04, 8-800- 755-08-09.