Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2020, 14:00

Аҙна уртаһына республикала 7 градусҡаса йылыта

Аҙна уртаһына Башҡортостанда бер аҙ йылыта, тип хәбәр иттеләр республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығынан.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 23 мартта республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Көндөҙ ҡар һәм епшек ҡар яуа, урыны менән боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға ҡар һырый. Ел төньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡ-көнсығышҡа үҙгәртеүсән, көнсығыштан секундына 8-13 метр.
Һауа температураһы көндөҙ – минус 2-нән плюс 3 градусҡа тиклем.
24 мартта төндә республикала, көндөҙ урыны менән бер аҙ епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы фаразлана. Урыны менән боҙлауыҡ. Төндә тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырый, юлдарҙа тайғаҡ. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Урыны менән көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә – 1-6 градус һалҡын, аяҙытҡанда минус 12-гә тиклем. Көндөҙ бер аҙ йылыраҡ – плюс 1-6 градус.
25 мартта урыны менән бер аҙ епшек ҡар һәм ямғыр яуа, боҙлауыҡ. Төндә һәм көндөҙ юлдарҙа тайғаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын.
Һауа температураһы төндә – 0-дән минус 5 градусҡаса, аяҙытҡанда 10 градусҡа тиклем һалҡын. Көндөҙ – плюс 2-7 градус.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы