«Донъялағы ҡатмарлы, башҡа илдәрҙәге кеүек киҫкен булмаһа ла, беҙҙең илгә ҡағылған эпидеомиологик хәлде күҙ уңында тотоп, ошо хәл бындай саралар үткәрергә мөмкинлек биргән осраҡта ғына тауыш биреү уҙғарырбыҙ. Сөнки илдең Төп законына үҙгәрештәрҙең мөһим булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең граждандарҙың һаулығы һәм тормошонан да мөһимерәк нәмә юҡ», — тине Владимир Путин.