Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2020, 16:30

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу көнө билдәләнде

Республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, 2020 йылда сара 25 апрелдә ойошторола.

Акцияны 2024 йылға тиклем апрелдең һәр дүртенсе шәмбеһендә уҙғарыу планлаштырыла.


Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығына башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған ойошма менән берлектә диктантты үткәреү буйынса саралар планын әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелде. Финанслау сығанаҡтарын республиканың Финанс министрлығы билдәләй.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме буйынса 2020 йыл Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде, уның концепцияһы әҙерләнде.



«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Ләйлә Аралбаева
Теги: башҡорт теленән диктант