Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2020, 12:03

Смартфонһыҙ мәктәп

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы «Смартфонһыҙ мәктәп» пилот проектын башлай

Ufatime.ru баҫмаһы Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығына һылтанма менән хәбәр итеүенсә, һүҙ мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың телефон ҡулланыуын сикләү хаҡында бара. Ләкин уҡыусыларға ошо тыйыуҙың ҡасан һәм ниндәй рәүештә көсөнә инеүе әйтелмәй.

Белгестәр билдәләүенсә, «Смартфонһыҙ мәктәп» проекты «һанлы гигиена» өсөн кәрәк.