Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март 2020, 12:20

Республикала өйҙә ике ҡатын-ҡыҙҙың һәм бер ир-егеттең кәүҙәләре табылған

12 мартта көндөҙ Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Айсыуаҡ ауылындағы йортта янғын сыҡҡан. Ваҡиға урынына Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре ебәрелгән.

Янғын һүндереүселәр күрһәтелгән адрес буйынса килеп етеүгә ике ҡатлы кирбес йорттоң икенсе ҡатын ут ялмап алған булған. Янғынды һүндергән ваҡытта өс кешенең – ике ҡатын-ҡыҙҙың һәм бер ир-егеттең кәүҙәләре табылған.
«Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов янғын сыҡҡан урынға юлланған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм дознавателе алдында янғын сәбәптәрен асыҡлау бурысы тора. Һынау янғын лабораторияһы эшләй», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Йортоңдо нисек янғындан һаҡларға – ошо хаҡта беҙҙең лонгридта уҡығыҙ.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы