Мәсетле тормошо
+12 °С
Ясно
Новости
12 Марта 2020, 06:15
Светофор нимә өсөн ҡуйылған?!
Әлбиттә, юлдарҙа хәрәкәтте көйләр өсөн. Һәм уға иғтибар итмәү - хәүефһеҙлеккә төкөрөп ҡарауға тиң.
Кисәге киске туғыҙҙар тирәһендә Учалы районында, Белорет-Учалы-Мейәс автоюлының 98-се саҡрымында, 29 йәшлек ир "КамАЗ"да, светофорҙың тыйыу сигналына ҡарамайынса, тимер юлына барып сыға һәм уға тепловоз бәрелә.
Ағас тейәлгән йөк машинаһы ауҙарылған.
Шөкөр, бер кемдең дә һаулығына зыян килмәгән.
Фото: Фейсбуктан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Svetofor-nim--s-n-uyil-an-160231/
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"