Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2020, 12:00

Әбейҙе сәнсеп үлтергән

Эскелек енәйәткә этәрә.

Әбйәлил районында бер ир отвертка менән сәнсеп, 80 йәшлек әбейҙе үлтергән. Ул ҡарсыҡтан иҫерткес эсемлек һорап килгән. Хужабикә аҡсаһы булмаған иргә алкоголь бирмәгәс, ике арала низағ сыҡҡан. Ярһыған ҡунаҡ отвертка алған да, әбейгә ташланған. Пенсионер ҡатын алған яраларынан йән биргән.
Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина